
Һеҙҙе сайтымда сәләмләйем!
Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы
Баһауетдинова Альмира Рафаил ҡыҙы сайтына
рәхим итегеҙ!
АУЫЛДЫҢ АРҘАҠЛЫ ШӘХЕСТӘРЕ
Башҡортостандың халыҡ артисы
Нәйлә Ғәләүетдинова





Юғары категориялы диктор. Архангел районы Тирәкле ауылында тыуа. Өфө сәнғәт училищеһын тамамлағандан һуң (1965; Р.С. Сыртланов курсы) “Башҡортостан” ДТР‑нда, бер үк ваҡытта 2001—10 йй. “Башҡортостан” ТРК ДУП‑ында эшләй. ТВ‑ла әҙәби‑музыкаль (“Моң шәлкеме”, “Музыкаль тулҡындар”, “Сәнғәт әһелдәре”), мәғлүмәти (“Панорама”, “Башҡортостан”), балалар өсөн (“Күңелле станциялар”, “Шарлауыҡ”) тапшырыуҙар, “Минең әкиәттәрем” телеконкурсын һ.б. алып бара. “Башҡортостан радиоһы”нда “Шиғриәт минуттары”, “Һеҙҙең өсөн, ветерандар”, “Бөтә йөрәктән”, “Ваҡыт даръяһы” әҙәби-музыкаль һ.б. тапшырыуҙарҙы алып барыусы.
1981 йылда Н.Ғәләүетдинова башҡорт АССР - ның атҡаҙанған артисы,
1993 йылда - Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы тигән юғары исемдәргә лайыҡ була. Оҙайлы тырыш хеҙмәте өсөн күп һанлы Маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләнә.
