
Һеҙҙе сайтымда сәләмләйем!
Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы
Баһауетдинова Альмира Рафаил ҡыҙы сайтына
рәхим итегеҙ!
Ауылдың арҙаҡлы шәхестәре
ШАҒИР НУР ХӘБИРОВ

Нур Хәбиров 1937 йылда донъяға килә. Атаһы Хәйбулла бабай Хәбиров, инәһе Йәнбикә әбей була.Уларҙың 3 балалары була: Нурулла, Хөснулла, Ғайса. Улар Тирәкле ауылында йәшәйҙәр. Атаһы колхозда эшләй. Улы атаһына ярҙам итә.
Нур Хәбиров 1954 йылда ул үҙ ауылында 7 йыллыҡ мәктәпте уҡып сығып, колхозда эшләй. Шул уҡ йылда Өфө ҡалаһына 9-сы мәктәпкә (Р. Ғарипов исемендәге интернат-гимназия) 8-сы класҡа уҡырға китә. 1957-1960 йылдарҙа армия сафында хеҙмәт итә. Армиянан һуң тыуған ауылына ҡайта һәм колхозда һәм шул уҡ ваҡытта "Осҡон" тигән район газетаһында эшләй. Шағир, М.Горький кеүек, бөтә һөнәрҙәрҙә лә үҙен һынап ҡараған. Уға тракторист, тимер юл эшсеһе, мал ҡараусы, леспромхоз эшсеһе булып эшләргә тура килә.
Нур Хәбиров 1968 йылдан алып үҙенең шиғырҙарын "Совет Башҡортостаны", "Ленинец" гәзиттәрендә, "Ағиҙел", "Башҡортостан пионеры" журналдарында баҫтыра. Нур Хайбулла улы әҫәрҙәре "Башҡорт шиғириәте антологияһы"на индерелә. Йыйынтыҡҡа шағирҙың бер нисә шиғиры һәм ҡыҫҡаса биографияһы яҙылған.



.jpg)

.jpg)
.jpg)
.jpg)