
Һеҙҙе сайтымда сәләмләйем!
Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы
Баһауетдинова Альмира Рафаил ҡыҙы сайтына
рәхим итегеҙ!
Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Фәтих Иҡсанов

Билдәле актер, режиссер, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Фәтих Хәйрулла улы Иҡсанов 1935 йылдың
1 сентябрендә Архангел районы Тирәкле ауылында тыуа. 1969 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. Өфө сәнғәт училищеһын (1964; Ғ.Ғ. Ғиләжев курсы), ГИТИС‑ты (1973; И.Г.Шароев курсы) тамамлаған. 1964—68 йй. БАДТ актёры, 1972 й. алып Башҡорт филармонияһы режиссёры. “Ҡаҙ өмәһе”, “Яҙғы моңдар”, “Көҙгө моңдар”, “Йәш тауыштар” театрлаштырылған байрамдары һәм концерттары, мәҙәниәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәренең ижади кисәләре, 50‑нән ашыу интермедия, шулай уҡ башҡорт ТВ‑һында юмористик тапшырыуҙар сценарийҙары авторы һәм режиссёры. Респ. тальян байрамының (Өфө, 1985—87) инициаторы һәм ойоштороусыһы, "Йәдкәр” фольклор ансамблен ойоштороусыларҙың береһе. Башҡорт әҙәбиәте һәм сәнғәте декадаһында (1955), Бөтә донъя йәштәр һәм студенттар фестивалендә (1985; икеһе лә — Мәскәү) ҡатнаша. 2004 й. Иҡсанов исемендәге призға “Моңға бай гармун байрамы” республика гармун байрамы ойошторола.
Өфөлә Иҡсанов йәшәгән йортҡа мемориаль таҡтаташ ҡуйылған, тыуған ауылында урамға Иҡсанов исеме бирелгән.
Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1986).

Ф.Иҡсанов. Моңһоҙҙарҙы уятырға гармундар кәрәк әле!





АУЫЛДЫҢ АРҘАҠЛЫ ШӘХЕСТӘРЕ
Подробности также можно получить, заполнив эту форму: