top of page

ТИРӘКЛЕ АУЫЛЫ ТАРИХЫ

      Тирәкле ауылы – боронғо башҡорт ауылы. Уның барлыҡҡа килеүе тураһында төрлө фекерҙәр бар. Әнүәр Әсфәндиәровтың “История сел и деревень  Башкортостана” китабында башҡорт ауылдарының береһе - Тирәкле ауылы тураһында, ҡумрыҡ-табындарҙың иң ҙур һәм төп ауылы, тип әйтелә. Ҡумрыҡ-табын олоҫо 1700 йылда Күрпес-табын олоҫонан бүленеп сыға. Уның боронғо ауыл икәнлеген иҫбатлаусы миҫалдар килтерә. Мәҫәлән, 1755 йылдың 2 октябрендә заводсылар И.Б.Твердышев һәм И.С.Мясников Нуғай даруғаһы Күрпес-Табын олоҫо башҡорттарынан үҙҙәренә һәм киләсәк быуынына мәңгелеккә ҡалдырыу өсөн ерҙәрҙе һатып алалар. Документта был ерҙәрҙең сиктәре тураһында яҙғанда, Тирәкле ауылына тиклем, тип әйтелә. Ә халыҡ иҫәбен алыу материалдарында Тирәкле ауылы тәүге тапҡыр 1795 йылда ғына теркәлә.  Ауыл ҡарттары һөйләүе буйынса ла, ул күпкә иртәрәк барлыҡҡа килгән. Сөнки 1795 йылда ауылдың  инде 50 йорто булған, унда 323 кеше йәшәгән. Ауылға нигеҙ һалыусы кешеләрҙең билдәле булмауы ла был ауылдың бик күптәнге булыуын раҫлай.  

   Ауылдың килеп сығышы тураһында легенда йәшәй. Ҡайһы берҙәре төрлө йыйынтыҡтарҙа баҫылып сыҡҡан. Унда Ҡумырыҡ исемле кешенең Табанай тигән улының 9 улдарының береһенең Баҫыу  йылғаһы буйында нигеҙ ҡороп йәшәп китеүе тураһында һөйләнелә.

  Ауыл халҡы ауыр шарттарҙа йәшәгән. Ярлылар байға ялланып эшләргә мәжбүр булғандар. Малдарын ҡарағандар, йәй көнө бесән әҙерләгәндәр, ҡыш булһа йыла ташығандар. Бай аттары менән йөк ташып уларға файҙа килтергәндәр. Бының өсөн бай ике кешегә өс ат биргән, ике ат менән йөк ташыуҙан килгән килем ат йәрәтеүсегә, ә өсөнсө аттан килгәне байға булған. Атһыҙ кешеләргә  ғаиләһен ҡарарға килем сығанағы булһа, байҙың байлығы артҡандан  арта барған.

    Ярлы халыҡтың тағы бер йәшәү сығанағы  күсеп килеүсе латыштарға һәм Вятка урыҫтарына бәйләнгән. Башҡорттарҙан ер һатып алыусы вяткаларҙың Иван тигәне Рауҡыла (Тирәклегә яҡын) тирмән төҙөгән. Тирә – яҡтан халыҡ тирмәнгә килә, тирмәнсегә бик күп килем килә.

   Тирәкле ауылының утарҙары булған: Ҡыҙғы, Атҡушы, Родинск, Ҡарағолаҡ, Дөвәйорт, Асы, Баҫыу.

    Тирәкле кешеләре Рәсәй тарихында тәрән эҙ ҡалдырған: халҡыбыҙҙың бөтә азатлыҡ көрәшендә күпләп ҡатнашҡан:

- Мораҙым Абдрахманов 1773-1775 йылдарҙағы  Крәҫтиәндәр һуғышында баш күтәреүселәр хәрәкәте етәкселәренең береһе булараҡ билдәле. Старшина Мораҙым Абдрахмановтың ете йөҙләп ғәскәр йыйыуы тураһында рапорттар бар. Был турала Ғ. В. Әбҡәҙированың «Рухи байлыҡ- мәңгелек» китабында әйтелә.

 - Әхмәт-Гәрәй Йәнғәлиндың «Аямаған йәнен, түккән ҡанын» мәҡәләһе буйынса, 7 кеше –  Мырҙабай Моратов,  Моратбай Мөхәтов,  Көҫәпҡол Әбдрәшитов,  Йомағужа Йосопов,  Фәхретдин Ҡунаҡҡолов, Абдулла Кукбүрин,  Абдрахман Мулҡашев 1812 йылғы француз яуында йөрөп ҡайта,  «В память войны 1812 года» һәм «За взятие Парижа 19 марта 1814 года» тигән көмөш миҙалдар яулай;

- 9 кеше 1942 йылда Башҡорт атлы дивизияһы составында һуғыша. Күптәре һуғыш ҡорбандары була. 

    1919-1929 йылдарҙа район ауылдары Архангел олоҫо Өфө кантонына ҡараған. 1920 – 1924 йылдарҙа олоҫ үҙәге Тирәклелә эшләй. 1920 йылда алынған иҫәп алыуҙа Табын кантоны Тирәкле олоҫо тип яҙылған. Тирәкле олоҫона туғыҙ ауыл – Аҙау, Оҙондар, Ҡыҫынты, Заһит (элекке Сатра), Әйтмәмбәт, Тәүәкәс, Абҙан, Тимербай, Ҡыҙғы ауылдары ингән.

     Тирәкле халҡына аслыҡ йылдарын да  күрергә тура килә, балалар күпләп үлә. Шуның өсөн Тирәклелә Аҙау, Оҙондар, Ҡыҙғы, Әйтмәмбәт балаларына ашхана асыла. Икенсе ашхана Тирәкле балалары өсөн асыла. Уны “Әмирек приюты” тип йөрөткәндәр.

     1924 йылда ауылда комсомол һәм коммунистарға яңы ҡоролошҡа  ҡаршы кешеләр тарафынан һөжүм башлана. Оло кешеләр һөйләүенсә, беренсе коммунист Әбҡадиров Сафаны йыртҡыстарса язалап үлтерәләр. 1932 йылда ауылда колхоз ойошторола. Беренсе булып колхозға ярлылар яҙыла. Колхозға инергә теләмәүселәрҙе яза көтә. Кулак мөһөрө тағылып,  уларға ҡарата ҡаты саралар күрелә башлай. Мәҫәлән, Ҡотлогилдин Хәйбулла тигән кешене 1937 йылдың 31 авгусында  ҡулға алалар һәм Өфөгә оҙаталар. Һорау алыуҙарҙан һуң, НКВД ҡарары менән, 58-8, 10 статьяһы буйынса атыла. Бөтә мөлкәте, малы колхозға күсә.

   Һуғыштан һуңғы йылдарҙағы ауырлыҡтар ҙа һуғыш ваҡытындағы ауырлыҡтарҙан кәм булмай. Ләкин улар барыһын да еңеп сыға. Һуғыш осоро ауырлыҡтарын кисергәндән һуң, Тирәкле ауылы халҡы тыныс тормош көтә башлай. Ауылда әлеге көндә, 2009 йылға ҡарата, 602 кеше йәшәй.  Бөгөн дә ата-олатай васыяттарына тоғро ҡалып, ауылды бөтөрмәй матур итеп донъя көтәләр.

обелиск.jpg
фото.png
фото2.png
фото4.png
фото5.png
bottom of page