
Һеҙҙе сайтымда сәләмләйем!
Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы
Баһауетдинова Альмира Рафаил ҡыҙы сайтына
рәхим итегеҙ!
М.Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры актеры, Башҡортостандың атҡаҙанған һәм халыҡ артисы
Илсур Хәбиров
1962 йылда Архангел районы Тирәкле ауылында тыуа. 1979 йылда Өфө сәнғәт училищеһының вокал бүлегенә уҡырға инә. Сәнғәт училищеһын уңышлы тамамлағас, Өфө сәнғәт институтының театр бүлегендә уҡый. 1989 йылдан Милли йәштәр театрында эшләй. Илсур Хәбиров ошо дәүер эсендә 60-тан ашыу роль ижад итте. З. Биишеваның “Мөхәббәт һәм нәфрәт” — Сәлихйән, Н. Ғәйетбаевтың “Ҡурай моңо” — Батыр, А. Мусреповтың “Дала ҡиссаһы” — Ҡарабай, Ф. Бүләковтың “Ҡәһәр һуҡҡан мөхәббәт” — Булат, “Йөрәктәрҙә ҡалған эҙҙәр” — Салауат, Т. Миңнуллиндың “Аҡбай ниңә күңелһеҙ” — Бүре, М. Кәримдең “Ҡыҙ урлау” — Дәүләтбай, Т. Ғарипованың “Ғилмияза” — Иҫкебей — был спектаклдәрҙә уйнаған ролдәре. Башҡортостандың атҡаҙанған артисы.

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Илсур Хәбиров




